1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. 14 декабрь - БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ!

14 декабрь - БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ!

Декабрь 12, 2025 Просмотров: 333
Йәнем моңо минең – башҡорт теле,
Рухым сәңгелдәге һин, телем!
14 декабрь – Башҡорт теле көнө!
Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә.
Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән.
14 декабрь – башҡорт халҡының мәшһүр шағиры, бөйөк мәғрифәтсеһе, башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләтебеҙҙең 19 быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы Мифтахетдин Аҡмулланың (Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы, 14 декабрь 1831 йыл – 8 октябрь 1895 йыл) тыуыуына 191 йыл. Аҡмулла башҡорт теле үҫешендә ғәйәт ҙур роль уйнай. Заманында уның ижады төрки халыҡтарҙа киң билдәле була.
Байрам уңайынан беҙҙең балалар баҡсаһында ата-әсәләр менән "Йәшә, ғәзиз телем - Башҡорт теле!" исемле интерактив уйын ойошторолдо. Сараға һәр төркөмдән ата-әсәләр саҡырылды Сара Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт гимндарын тыңлау менән башланып китте. Уйында ҡатнашыусылар ике төркөмгә бүленеп төрлө көнкурстарҙа көс һынаштылар. Конкурстар араһында өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары "Ҡурай", "Тирмә" уйындары уйнап, башҡорт телендә йырҙар йырланылар. Уйын бик ҡыҙыу һәм көсөргәнешле барҙы. Ҡатнашыусылар бик ҡәнәғәт булып, рәхмәттәр әйтеп таралыштылар.
Иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған туған телебеҙ көнө менән ҡотлайбыҙ! Һәр беребеҙ үҙ теле менән ғорурланһын һәм уның сафлығын, матурлығын һаҡларға ынтылһын.
#Деньбашкирскогоязыка2025
#башҡорттелекөнө2025
#Единыйурокбашкирскогоязыка