1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. 10 октябрҙә республикабыҙҙа Ҡурай Көнө

10 октябрҙә республикабыҙҙа Ҡурай Көнө

Октябрь 10, 2025 Просмотров: 482
10 октябрҙә республикабыҙҙа Ҡурай Көнө — Башҡортостандың иң сағыу символдарының береһенә арналған байрам билдәләнә. Был көн календарҙағы дата ғына түгел, ул халҡыбыҙҙың мәҙәниәте һәм тарихының айырылғыһыҙ өлөшө булған уникаль музыка ҡоралына хөрмәт һәм рәхмәт белдереү мөмкинлеге.
Бөгөн балалар баҡсаһында өлкәндәр төркөмөндә байрамға арналған сара үткәрелде. Сараға ҡурай түңәрәге етәксеһе Сәмерханова Лилиә Дәүләтҡол ҡыҙы саҡырылғайны. Ул балаларҙы ҡурай менән таныштырып ҡурайҙа уйнау серҙәрен өйрәтте. Сара аҙағында балалар халҡыбыҙҙың дәртле ҡурай моңдарына күңелле итеп бейеп тә алдылар.
#Салауат
#Ҡурайкөнө