1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. 1 октябрҙә Ололар көнө билдәләнә.

1 октябрҙә Ололар көнө билдәләнә.

Октябрь 2, 2025 Просмотров: 224
1 октябрҙә Ололар көнө билдәләнә.Беҙҙең балалар баҡсаһында ла ололар көнөнә байрам сараһы үтте. Сәй өҫтәле артындағы йәмле аралашыу балаларҙың йырҙары менән үрелеп барҙы.
Хеҙмәт юлы үткән хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы, хаҡлы ялдағы ололарыбыҙҙы байрам менән ҡотлайбыҙ! Ҡояшлы көндәр, аяҙ күктәр, рух ныҡлығы һәм күңел көрлөгө, йән тыныслығы, зирәк аҡыл, иң мөһиме -һаулыҡ -сәләмәтлек, иманлы тәүфиҡлы бәрәкәтле ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ .
Сәстәргә аҡ ҡарҙар ҡунһалар ҙа,
Яҙҙар йәшәй һеҙҙең күңелдә.
Өйрәнһендәр йәштәр һеҙгә ҡарап,
Һоҡланырлыҡ тормош көтөргә.
Сәләмәтлек ташламаһын һеҙҙе,
Барыһына терәк булып,
Йәшәгеҙ һеҙ шатлыҡта.
Сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр
Юлдаш булһын ҡартлыҡта.