1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "Сөмбөлә" фольклор байрамы!

"Сөмбөлә" фольклор байрамы!

Сентябрь 16, 2025 Просмотров: 342
Сөмбөлә, сөмбөлә —
Ниндәй байрам, кем белә?
Был бит уңыш байрамы!
Бына башаҡ бәйләме,
Бына өлгөргән ҡабаҡ,
Быныһы бойҙай, арыш
Бына шалҡан мең ҡарыш.
Сөмбөлә — көҙ байрамы. Был байрам көҙгө уңыш йыйыу эштәре тамамланғас тәбиғәткә һөйөү, уның матурлығына һоҡланыу, уңыштың бәрәкәтле, йылда мул булыуына һәм хеҙмәт кешеләренә ихтирам тойғоһо уятыу маҡсатында үткәрелә.
Беҙҙең "Йәншишмә" башҡорт балалар баҡсаһында "Сөмбөлә" фольклор байрамы бик күңелле үтте. Байрам ҡунағы Көҙһылыу- Сөмбөлә менән балалар халыҡ уйындары уйнап, йырлап, бейеп, шиғырҙар һөйләп, йомаҡтар сисеп, әйтемдәр әйтеп күңел астылар.
#сөмбөлә
#фольклорбайрамы
#уңышбайрамы