1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Шәжәрә байрамы.

Шәжәрә байрамы.

Декабрь 18, 2024 Просмотров: 1348

                            Шәжәрәмдә – сал тарихы бабаларҙың

                            Бөгөнгөм дә, киләсәгем, балаларым.

                            Уралымдың яҙыласаҡ, яңырасаҡ

                            Шәжәрәһе – башҡортомдоң ал ҡанында!

  Быйылғы 2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителеүе – беҙҙең өсөн мөһим ваҡиға. Тап ғаиләлә шәхес нигеҙҙәре, рухи ҡиммәттәр, туған телгә , тарихҡа, мәҙәниәткә, Ватанға һөйөү һалына. Бөгөн беҙҙең балалар баҡсаһында   тамырҙарҙы барлауҙың әһәмиәтенә төшөнөү, тыуған төйәккә, ҡомартҡыларға ҡарата һаҡсыл ҡараш, милли – ғөрөф ғәҙәттәрҙе үҫтереү, ғаилә ара туғанлыҡ бәйләнештәре нығытыу маҡсаты менән Шәжәрә байрамы уҙғарылды. 

Һәр төркөмдән берәр ғаилә үҙҙәренең шәжәрә ағасын төҙөп, нәҫел-ырыуҙары менән таныштырҙы.

Сараға баҡсабыҙҙың күп балалы өлгөлө ғаиләләре саҡырылып уларға бүләктәр тапшырып, изге теләктәр теләнелде. Сара  балалар тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Байрамда ҡатнашҡан бер ғаилә лә иғтибарһыҙ ҡалдырылманы. Ата-әсәләр тағы ла дәртләнеп, рухланып шатланышып таралыштылар.