1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Методик көн.

Методик көн.

Декабрь 13, 2024 Просмотров: 1212

Башҡорт теле көнө — башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән көн. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Ф. Хәбировтың указына ярашлы, 2019 йылдың 14 декабре башҡорт теле көнө тип билдәләнгән. Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған.
Үҙ туған телен, ата-бабаларыбыҙ йолаһын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү беренсенән, кешенең рухи донъяһын байыта, икенсенән, туған телде өйрәнеүҙе күпкә еңеләйтә.
Башҡорт теле көнө сиктәрендә һәм Ғаилә йылына арнап баҡсабыҙҙа 13 декабрь педагогия фәндәре кандидаты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогы Дәүләтҡолова Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы, Салауат ҡалаһы уҡытыу-методик үҙәге методисты Шәмсетдинова Сәриә Сәйфулла ҡыҙы ҡатнашлығында “Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың башҡорт телмәрен үҫтереүҙә тәрбиәсенең роле” темаһына методик көн үтте.

Сара барышында тәрбиәселәр эш тәжрибәләре менән уртаҡлашып асыҡ шөғөлдәр күрһәттеләр. Мәктәпкә әҙерлек төркөмө килгән ҡунаҡтарға “Ҡаҙ өмәһе” байрамы менән сығыш яһаны. Баҡсабыҙҙа Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы Дәүләтҡолова етәкселегендә инновацион майҙансыҡ эшләп килә. Сара барышында майҙансыҡтың беренсе этабының эш һөҙөмтәләре буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.