Ҡаҙ өмәһе

Декабрь 6, 2024 Просмотров: 895

Беренсе һалҡындар төшкәс, башҡорт ауылдарында була торған ҡаҙ өмәләре һәр кемгә билдәле. Ауыл тормошоның күренекле ваҡиғаһы улар. Уны бигерәк тә ҡыҙҙар көтөп алғандар. Ҡаҙ өмәһеннән ситтә ҡалмаҫ өсөн, улар бәпкәләре күп булған апайҙарға йәйҙән үк һүҙ һалып ҡуйғандар. Ҡаҙ өмәһе-ул, иң элек, матур, итеп аралашыу, күңел асыу, уҙеңде күрһәтеү сараһы. Инде эшенә килһәк-ул күмәкләшеп эшләнгән, ҡаҙ йолҡоу байрам төҫөн алған. Ҡыҙҙар үҙҙәренең оҫталыҡтарын, булғанлыҡтарын күрһәткәндәр, башҡаларҙан үрнәк алырға, өйрәнергә тырышҡандар. Шаян һүҙ, йыр, көлкө менән аралашҡан, эш бик тиҙ барған.

Балаларҙа милли байрамдарға, ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу хистәре тәрбиәләү, уларҙа кесе йәштән үк әсә теленә, үҙ милләтенең традицияларына һөйөү, ихтирам тәрбиәләү ихтияжын арттырыу маҡсатында баҡсабыҙҙа Ҡаҙ өмәһе байрамы ойошторолдо.