"Ҡурай" әкиәте буйынса һүрәт конкурсы
Ноябрь 26, 2024
Просмотров: 723
Балалар баҡсаһында башҡорт халыҡ әкиәте "Ҡурай" ҙың эстәлеген һүрәтләү буйынса конкурс үтте. Конкурсҡа әҙерләнгәндә тәрбиәсе Бураканова Р.Х. балаларҙы "Ҡурай" әкиәтенең эстәлеге менән таныштырҙы, әкиәт геройҙары тураһында әңгәмәләр ойошторҙо, балалар өҫтәл театрында һәм үҙҙәре ролдәргә инеп әкиәтте сәхнәләштерҙе. Балаларға "Ҡурай" әкиәте бик оҡшаны. Йомғаҡлау сараһы итеп һүрәттәр конкурсы ойошторолдо