"Әсә көнө!" - "День матери!"
Ноябрь 22, 2024
Просмотров: 440
Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!
Донья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Әсәй! Был һүҙҙә күпме наҙ, йылылыҡ. Әсәй һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул. Иң яҡын, иң изге кешеләребеҙгә арнап баҡсабыҙҙа байрам саралары үтте.