1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "Папа может всё"

"Папа может всё"

Октябрь 18, 2024 Просмотров: 491
 

"Атайҙар көнө".

Атайым спорт ярата
Ә мин уға эйәрәм!
Ҙураям мин, сынығам мин!
Атайым кеүек булам!
Атайлы бала - арҡалы бала, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, атай-әсәйле булып, мохтажлыҡ күрмәй, баласаҡ бәхеттәрен татып үҫеүгә ни етә.
 17 октябрь баҡсабыҙҙа  атайҙар көнөнә арналған спорт ярыштары сараһы уҙғарылды. Сарала өлкән төркөм балалары һәм атайҙары ҡатнашты. 
Балалар ҙа үҙ сираттарында матур йыр йырлап, үҙ ҡулдары менән эшләгән матур буләктәрен бүләк иттеләр.
Ер йөҙөндә ғаиләһе өсөн өҙөлөп, балалары өсөн йән атып торған, шундай эшлекле, аҡыллы, бар яҡтан да уңған, яҡшы атайҙар күберәк булһын! Барлыҡ атайҙарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

#Атайҙаркөнө

#Ғаиләйылы

#Деньотца

#Годсемьи