Инновацион майҙан буйынса ултырыш
Октябрь 15, 2024
Просмотров: 379
15 октябрь, беҙҙең балалар баҡсаһы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ойошторған инновацион майҙансыҡтарҙың эш барышы торошо менән таныштырыу маҡсатында онлайн ултырышта ҡатнашты.
Ҡатнашыусылар һәр береһе ҡуйылған маҡсаттары, атҡарған эштәре тураһында сығыш яһаны.
Беҙҙең балалар баҡсаһы Гөлфиә Шәфҡәтовна Дәүләтҡолова етәкселегендәге “Патриотик тәрбиә биреү аша балаларҙың телмәр үҫешен әүҙемләштереү” темаһы буйынса алып барылған инновацион майҙансыҡтың эш барышы менән таныштырҙы.