Милли кейем көнө.
Милли кейем - ул халыҡтың көнкүрешен, йәшәү рәүешен, мәҙәниәтен һәм тарихын, уның күңел донъяһын сағылдырған ҡомартҡы. Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булған ошо ҡомартҡыны беҙ ҡәҙерләп һаҡларға,киләсәк быуынға еткерергә бурыслыбыҙ.
Беҙҙең балалар баҡсаһында “Милли кейем көнө” киң билдәләнде. Байрамдың төп маҡсаты булып балаларҙы милли кейемдәр, уларҙың биҙәктәре менән таныштырыу, башҡорт халҡының йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә хөрмәт тәрбиәләү, уларҙы өйрәнеү теләге тыуҙырыу торҙо.Төркөмдәрҙә төрлө тематик дәрестәр, күңел асыу саралары, әңгәмәләр уҙғарылды. Балалар республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың кейем үҙенсәлектәре менән танышты, баш кейемдәре, биҙәүестәр хаҡында белде, үҙҙәре лә ҡағыҙҙан түшелдерек, камзул эшләнеләр, һүрәттәр төшөрҙөләр. Беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙ быуындан быуынға күсеп килгән рухи мираҫыбыҙҙы онотмаҫтар, үҙҙәренән һуң киләсәк быуынға уны лайыҡлы тапшырырҙар тип ышанабыҙ.