"Тәбиғәт беҙҙең йортобоҙ!"
Август 9, 2024
Просмотров: 295
Беҙ— тәбиғәт балалары. Тәбиғәтте һаҡлап, яҡлап, яратып үҫергә тейешбеҙ. Тәбиғәтте һаҡлау--ул беҙҙең бурыс. Балаларға экологик тәрбиәне ни тиклем иртә бирһәң, ул шул тиклем уңышлыраҡ була.
Беҙ, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, балаларға ошо төшөнсәне мөмкин тиклем иртәрәк бирергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, сәскәләрҙе үҫтерергә, тәрбиәләргә, уларға һоҡлана белергә, тәбиғәттең дә йәнле булыуын өйрәтергә тырышабыҙ һәм шул уҡ ваҡытта ошо төшөнсәләр аша балаларға эстетик тәрбиә лә бирәбеҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙе уратып алған тәбиғәттең йәмле генә түгел, ә йәнле икәнлеген дә төшөндөрәбеҙ һәм кешеләрҙең дә тәбиғәт балалары булыуын , тәбиғәттең беҙҙең йортобоҙ тигән төшөнсәне аңлатырға тырышабыҙ.