"Әкиәттә ҡунаҡта" күңел асыу (12.07.2024й.)
Июль 19, 2024
Просмотров: 126
Балалар баҡсаһында 12 июндә "Әкиәттә ҡунаҡта" күңел асыу сараһы уҙғарылды. Был көндө балалар әкиәт донъяһына сумды. Тәрбиәселәр балалар менән белгән әкиәттәрен иҫтәренә төшөрҙө, әкиәт геройҙарын һүрәтләгән йомаҡтар систеләр, өҫтәл театрын ҡулланып балалар үҙҙәре яратҡан әкиәттәрен тиҫтерҙәренә һөйләнеләр. Сара балаларға бик оҡшаны.