"Әсәйҙәр көнө" (20-24.11.23й.)
Ноябрь 29, 2023
Просмотров: 33
Уҙған аҙнала балалар баҡсаһында "Әсәйҙәр көнөнә" арналған саралар уҙғарылды. Балалар менән әсәйҙәрҙең донъяла иң изге, ғәзиз, яғымлы кеше булыуҙары, уларҙың ниндәй һөнәр кешеләре булыуы тураһында әңгәмәләр ойошторолдо. Тәрбиәселәр менән әсәйҙәргә арналған шиғырҙар әҫәрҙәр уҡылды. Өлкән төркөмдәр әсәйҙәренең портреттарын төшөрҙө. Һәр бала ҡәҙерле әсәйҙәренә үҙ ҡулдары менән бүләктәр эшләп бүләк иттеләр.